Новости
14 Июль 2019, 13:49

Йәшеллек ямғыр көткәндер

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көн торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә.

Фото: laishevskyi.ruФото: laishevskyi.ru
Фото: laishevskyi.ru
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көн торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә: республикала көслө ел сығыуы күҙаллана.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, бөгөн киске сәғәт 8-ҙән иртәгәге шул ваҡытҡа тиклем һауаның аяҙайыусан болотло булыуы, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа күк күкрәүе көтөлә. Көндөҙ ҡайһы бер урындарҙа ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ булыуы ихтимал.
Ел секундына 5-10, көсәйгәндә 15-20 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә – 14-19, көндөҙ 18-23 градус йылы, республиканың көнсығышында – 30 градусҡаса эҫе.
Өфөлә ошо әйтелгән ваҡыт арауығында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән күк күкрәүе фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10, көсәйгәндә 17 метр тиҙлектә иҫер. Һауа температураһы төндә – 15-17, көндөҙ 20-22 градус йылы.
Читайте нас