Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Урыны менән ул көслө булыр, боҙборсаҡ яуыр, йәшен йәшнәр.
Ел көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 10-15 , көндөҙ 20-25 градус йылы, республиканың көньяҡ-көнсығышында 30 градусҡаса эҫе көтөлә.
Иртәгә, 17 июлдә, төньяҡ райондарҙа төнөн ямғыр яуа. Көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Төндә 11-16, көндөҙ 22-27 градус, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 32 градусҡа тиклем эҫе буласаҡ.