Новости
27 Июль 2019, 08:22

Был тиклем байлыҡ ҡайҙан килгән?!

Үҙенсәлекле хазиналар бер кемде лә битараф ҡалдырмай.

“Журфест- 2019“ – журналистарҙың ял итеү, аралашыу майҙаны ғына түгел, ә фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу урыны ла. Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер яланында барған сараға район ауылдарынан халыҡ ижады, мәҙәниәт, рухиәт өлкәһендә эшләгәндәр килгән.


Иҫке Муса, Иҫке Бәпес, Һәүәләй ауылдарының ағинәйе Фәймә Абдрафиҡова был сарала үҙе кеүек фекерҙәштәре менән ҡатнаша. Улар араһында Гүзәл Искәндәрованы иң оҫта түшелдерек эшләүсе тип беләләр.

Иҫке Муса ауылы китапханасыһы Миләүшә Мөхәтмәтйәрованы төбәктә туған телде, әҙәбиәтте ҡурсалаусы тип беләләр. Әйткәндәй, ул – “Башҡортостан“ гәзите редакцияһының элекке тәржемәсеһе. Уның, ҡайҙа эшләһә лә, лайыҡлы хеҙмәткәр булыуына ҡыуандыҡ.

Ә Һәүәләй ауылы хакимиәте башлығы Светлана Шәмсетдинованы үҙ ғаиләһе миҫалында башҡорт милли рухын тәрбиәләү өлгөһөн таратыусы тиҙәр.
Читайте нас