Новости
27 Июль 2019, 12:37

Күк күкрәр мәлдәр етте

“Башгидрометүҙәк” хәбәр итеүенсә, республикала ял көндәрендә эҫе була. Йәкшәмбелә ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы бер аҙ түбәнәйә.

“Башгидрометүҙәк” хәбәр итеүенсә, республикала ял көндәрендә эҫе була. Йәкшәмбелә ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы бер аҙ түбәнәйә.


27 июлдә төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Көнсығыштан талғын, йәшен мәлендә көсәйеүсән ел иҫә.


Һауа температураһы төндә – 12-17 градус йылы, таулы райондарҙа + 8 градусҡа тиклем. Көндөҙ эҫетә – 24-29 градус.


28 июлдә синоптиктар ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән йәшенле ямғыр вәғәҙә итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, күк күкрәгәндә көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә 12-17 градус, көндөҙ – 20-25 йылы.


Фото: u74.ru
Читайте нас