Новости
27 Июль 2019, 05:55

Ҡытайҙарҙың ни ҡыҫылышы бар?

Арзан агрохимикаттар һөҙөмтәһендә бал ҡорттарының күпләү үлеүе ихтимал.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачёв Ҡытайҙан килтерелгән химикаттарға контролде көсәйтеү кәрәклеген белдерҙе.


Уның әйтеүенсә, тап ошо арзан агрохимикаттар һөҙөмтәһендә бал ҡорттарының күпләү үлеүе ихтимал. Был күңелһеҙ хәл башҡа төбәктәрҙә лә күҙәтелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы ваҡытта бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуына Рәсәйҙең Үҙәк өлөшөндә, илдең көньяғында, Удмурт Республикаһында, Мари Илендә, Алтай крайында һәм Татарстанда шаһит булдыҡ. Россельхознадзор белгестәренең әйтеүенсә, сәбәбе – баҫыуҙарҙы эшкәрткәндә пестицидтарҙы һаҡһыҙ, контролһеҙ ҡулланыу.

Фото: planete-zemiya.ru

Читайте нас