Новости
30 Июль 2019, 08:25

Ҡырау көтөлә

Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, июлдең һуңғы, августың тәүге көнөндә республика буйынса ямғыр, айырым биләмәләрҙә борсаҡ яуыуы ихтимал.

Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, июлдең һуңғы, августың тәүге көнөндә республика буйынса ямғыр, айырым биләмәләрҙә борсаҡ яуыуы ихтимал.


31 июлдә һауа температураһы төндә 5-10, көндөҙ иһә 17-22, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 27 градусҡа тиклем йылы булыуы күҙаллана. Урыны менән ҡырау төшөүе мөмкин. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан.


1 августа иһә һауа температураһы төндә 9-14, көндөҙ 13-18, көньяҡ-көнсығыш биләмәләрҙә 22 градус йылы була. Ел көньяҡ-көнбайыштан, әкренләп төньяҡҡа күсә.

Читайте нас