Новости
15 Август 2019, 17:06

Шайморатов генерал

Башҡорттар китте һуғышҡа,Оҙатып ҡалды күк Урал;Ат уйнатып, алда бараШайморатов генерал.

Ҡ. Даян һүҙҙәре,
З. Исмәғилев музыкаһы.
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал.
Совет иле өсөн яуҙа
Кисте һыуҙы, уттарҙы;
Дошмандарға ябырылғанда
Утлы дауыл ҡуптарҙы.
Шайморатов яу ҡырында
Дошмандарҙы көл иткән;
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.
Совет халҡы Тыуған илдән
Ҡыуҙы яуыз дошманды;
Бер туғандай, үтәнеләр
Изге Ватан ҡушҡанды.
Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың, Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.
Читайте нас