Новости
15 Августа 2019, 07:04

Йәйҙең йәмле көндәре менән ҡыуанып ҡалайыҡ!

Ниһайәт, ямғыр туҡтап, йылыта. Ял көндәрендә хатта эҫе көтөлә.

Ниһайәт, ямғыр туҡтап, йылыта. Ял көндәрендә хатта эҫе көтөлә.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса 15 августа урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, төндә һәм иртән томан. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 10-15, көндөҙ 20-25 градус йылы.
16 августа республика буйынса яуым-төшөм көтөлмәй, төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән. Һауа температураһы төндә 11-16, көндөҙ 24-29 градусҡаса эҫетә.
Йәйҙең йәмле көндәре менән ҡыуанып ҡалайыҡ!
Читайте нас