Новости
17 Август 2019, 08:27

Эҫе көндәр дауам итә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн ямғыр яумай, иртәле-кисле томан. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 11-16, урыны менән 8 градус йылы, көндөҙ 25-30 градус эҫе көтөлә. Ә иртәгә...

Фото: Lenta.ruФото: Lenta.ru
Фото: Lenta.ru

Быйылғы йәй әллә ни эҫе көндәре менән ҡыуандырмаһа ла, август аҙағы матур килә. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң аяҙ, эҫе көндәр дауам итә.
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн ямғыр яумай, иртәле-кисле томан. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 11-16, урыны менән 8 градус йылы, көндөҙ 25-30 градус эҫе көтөлә.
Иртәгә лә йылы. Республика буйынса яуым-төшөм көтөлмәй, төньяҡ райондарҙа ғына бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 13-18, урыны менән 8 градус йылы, көндөҙ 24-29, көньяҡ райондарҙа 33 градус эҫе көтөлә.
Яңы эш аҙнаһы ла йылы, аяҙ көндәр менән башланасаҡ. Һауа торошонда ял көнө менән сағыштырғанда үҙгәрештәр юҡ.
Йәмле йәй дауам итә. Йылы ял көндәрен матур итеп үткәрәйек!
Читайте нас