Новости
17 Август 2019, 23:03

33 градуслыҡ эҫелек көтә

«Гисметео» мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 20 – 25 августа...

Атыш шарлауығы. yandex.ruАтыш шарлауығы. yandex.ru
Атыш шарлауығы. yandex.ru
Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда алдағы өс көн эҫе һәм ямғырлы буласаҡ.

Бөгөн һәм иртәгә төньяҡ райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Үҙгәреүсән, йомшаҡ ел иҫә.


Төндә термометр бағанаһы +13,+18, таулы төбәктәрҙә +8, көндөҙ +24,+29, республиканың көньяғында +33 градусҡа тиклем күтәрелә.


«Гисметео» мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 20 – 25 августа аяҙлы-болотло була, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, күк күкрәй.


Уртаса тәүлек температураһы 22-24, төндә 14-17 градус йылы. Айҙың һуңғы аҙнаһы, йәғни 26 – 31 августа, ямғырлы, болотло була. Һауа температураһы көндөҙ +13 градустан +23-кә тиклем, төндә +12, +18 градус йылы булыуы көтөлә.
Читайте нас