Йәйҙең һуңғы көнө айырыуса һыуыҡ. Тышҡа сыҡҡы ла килмәй. Синоптиктар нимә ти һуң?
Бөгөн урыны менән ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 2-7 градус йылы, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 0, -2 градус һалҡын, көндөҙ 8-13 градус йылы.
Иртәгә лә, көҙҙөң тәүге көнөндә, һауа торошо әллә ни ҡыуандырмай. Урыны менән ямғыр яуа. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 1-6, аяҙытҡанда ҡырау төшә, -1, -3 градусҡа тиклем һыуыта, көндөҙ – 8-13 градус йылы.