Ниһайәт, көтөп алдыҡ шикелле. Башҡортостандың гидрометеорология үҙәге хәбәр итеүенсә, йылы һәм ҡояшлы көндәр ике аҙнаға һуҙылмаҡсы.
Бөгөн иһә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы төндә плюс 6-11 градус булһа, көндөҙ 14-19 градус йылы.