Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2019, 11:13

Йылы көндәр ҡул болғай...

Был ял көндәре республикабыҙҙа йәйгесә йылы була, ә киләһе аҙна башынан ысын көҙ һулышы беленәсәк.

Фото: svstylekbr.ru
Фото: svstylekbr.ru
Был ял көндәре республикабыҙҙа йәйгесә йылы була, ә киләһе аҙна башынан ысын көҙ һулышы беленәсәк.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн, 14 сентябрҙә, яуым-төшөмһөҙ, аяҡ көн көтөлә, йылылыҡ 24 градусҡаса күтәреләсәк.
Иртәгә лә көндөҙгө һауа температураһы үҙгәрмәй, әммә ямғыр башланыуы, күк күкрәүе ихтимал.
Республика райондарында яуым-төшөм кимәле төрлөсә буласаҡ. Һауа температураһының 12-18 градусҡаса төшөр тип күҙаллана.
Читайте нас: