Башҡортостанға һалҡын төндәр килә. 21 – 24 сентябрҙә һауа температураһының 0, -3 градусҡаса төшөүе, тупраҡҡа ҡырау төшөүе көтөлә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика дәүләт комитеты иҫкәртә: ауыл хужалығы үҫентеләрен ҡаплау кәрәгәсәк.
“Тәбиғәттә ял иткәндәргә һауа шарттарын иҫәптә тотоу мөһим. Өшөү – әлеге миҙгел сирҙәренең төп сәбәбе. Кейем көн шарттарына ярашлы булырға тейеш”, – тип иҫкәрттеләр ведомствола.
Водителдәргә тиҙлек режимын, юл ҡағиҙәләрен һаҡларға, барлыҡ халыҡҡа өйҙән сыҡҡанда ишек-тәҙрәләрҙе ябырға, янғын сығыу ихтималлығын күҙ уңында тотоп, электр приборҙарын һүндерергә кәңәш ителә.