Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, 24 сентябрҙә республикала ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы күҙаллана.
Юлдарҙа боҙлауыҡ. Ҡайһы бер райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 2 градус һалҡындан 3 градусҡа тиклем йылы, көндөҙ 3-8 градус йылы була.
25 сентябрҙә һауа торошонда әллә ни үҙгәреш көтөлмәй. Температура төндә 4 градус һалҡындан 1 градусҡа тиклем йылы була, көндөҙ иһә 5-10 градус йылы.