Новости
29 Сентябрь 2019, 06:49

Йылмайырмы тағы көҙөбөҙ?

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе аҙнала республикала бер аҙ йылыта. Ә бөгөн көн ниндәй буласаҡ?

Фото: zen.yandex.ruФото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе аҙнала республикала бер аҙ йылыта.
Синоптиктарҙың бөгөнгә мәғлүмәттәренә килгәндә, 29 сентябрҙә көн алмашыныусан болотло буласаҡ. Урыны менән бер аҙ ямғыр ҡатыш ҡар яуыуы ихтимал. Иртәнсәк юлдарҙа боҙлауыҡ – һаҡ булығыҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ – 4-9 градус йылы.
Иртәгә, 30 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 4 градус һалҡындан 1 градус йылыға тиклем. Көндөҙ – 6-11 градусҡаса йылыта.
1 октябрҙә Башҡортостандың күпселек райондарында яуым-төшөм көтөлмәй. Төньяҡ-көнбайышта ғына аҙыраҡ булыр. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ ҡапыл иҫәсәк. Һауа температураһы төндә – 3 градус һалҡындан 2 градусҡаса йылы, көндөҙ – +7-12 градус.
Читайте нас