Бөгөн, 7 октябрҙә, тәбиғәт Башҡортостан халҡын сыуаҡ, матур көн менән һөйөндөрәсәк.
Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, республикала йылы, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо күҙәтеләсәк. Көндөҙ 16–21 градусҡаса тиклем йылытасаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан.
Иртәгәнән төбәктә һауа торошо бер ни тиклем үҙгәрәсәк. Температураның әкренләп түбәнәйеүе, яуым-төшөмлө көндәр башланыуы көтөлә.