Новости
11 Октябрь 2019, 05:36

Көҙ көҙлөгөн итә барыбер...

"Таң атҡанда болотло булып, ҡояш сыҡҡанда аяҙытһа, ул көндө ямғыр яумаҫ", - ти халыҡ аҡылы. Ә республикабыҙҙа ниндәй һауа торошо көтөлә?

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн, 11 октябрҙә, республикабыҙҙа аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Иртәнсәк һәм кискеһен урыны менән ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡтан, секундына 5-7 метр тиҙлек менән иҫәсәк.

Иртәнге мәлдә һауа температураһы 2 градус тирәһе йылы булһа, көндөҙ 7-9-ҡаса етеүе күҙаллана. Кискә табан ҡайһы бер райондарҙа 0 градусҡаса төшәсәк.
Читайте нас