Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Новости
13 Октябрь 2019, 16:20
Башла көндө йылмайыуҙан!
Көндө нисек башлаһағыҙ, Ул шулай тамамланыр. Башла көндө иман менән – Күңелең тулыланыр. Башла көндө изгелектән – Изгелек сәсер кеше: Был тойғо бит аҡтамырҙай – Яҡшылыҡ булыр эше.
Фото: getbg.net
Көндө нисек башлаһағыҙ,
Ул шулай тамамланыр.
Башла көндө иман менән –
Күңелең тулыланыр.
Башла көндө изгелектән –
Изгелек сәсер кеше:
Был тойғо бит аҡтамырҙай –
Яҡшылыҡ булыр эше.
Башла көндө йылмайыуҙан –
Йылмайыр бөтә донъя!
Ул яуызлыҡты бөтөрә,
Барлыҡ гонаһты юя.
Башла көндө һөйөү менән –
Һөйөү алырһың үҙең.
Күңелдәрҙе шатландырыр
Татлынан-татлы һүҙең.
Башла көндө шатлыҡ сәсеп –
Булыр көнөң илһамлы.
Матурлыҡтан йөҙөң балҡып,
Булырһың һин иманлы.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"