Новости
22 Октябрь 2019, 19:07

Иртәгә – ҡуйы томан

Иртәгә, 23 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ҡар ҡатыш. Синоптиктар тағы ниҙәр хаҡында хәбәр итә?

Фото: storge.pic2.meФото: storge.pic2.me
Фото: storge.pic2.me
Иртәгә, 23 октябрҙә, Башҡортостанда аяҙлы-болотло көн көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ҡар ҡатыш.
Ел секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫәсәк. Синоптиктар фаразлауынса, юлда боҙлауыҡ буласаҡ, ҡуйы томан төшәсәк. Шишәмбенән шаршамбыға ҡарай төндә һауа температура 2-7 градус йылы, аяҙытҡанда -3 градусҡаса һыуыта.
Көндөҙ термометр бағанаһы +4-9 градусҡаса күтәрелә.
Читайте нас