Әлеге миҙгел өсөн үтә йылы көндәрҙе ямғырҙар алмаштыра. Синоптиктар фаразынса, бөгөн үк республиканың күпселек райондарында яуым-төшөм көтөлә.
Елдең көсәйеүе, ваҡыты менән тиҙлегенең секундына 16-21 метрға етеүе ихтимал.
Һауа температураһы ҡапыл түбәнәймәйәсәк. Бөгөн – 7-12 градус йылы.