Новости
29 Октябрь 2019, 06:06

Иғтибар: көслө дауыл!

Әле Өфөлә көн болотло, һауа температураһы 0, +1 градус. Шулай ҙа, ғәҙәтләнмәгәнгәме икән, һалҡыныраҡ булып тойола. Ә һеҙҙә? Ҡайҙа иң һыуығы икән?

pixabay.compixabay.com
pixabay.com
Бөгөн төндә урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуһа, көндөҙ республикала башлыса яуым-төшөмһөҙ буласаҡ.
Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән секундына 21-26 метрғаса көсәйеүсән. Бофорт шкалаһы буйынса, был тиҙлек "көслө дауыл" режимына тура килә. Биналарҙың ҡыйығына, ныҡлы итеп төҙөлмәгән ҡаралтыға зыян килеүе бар.
Дауыл ваҡытында йорттарҙан, шулай уҡ ағастар, бағаналар, реклама таҡталары, ныҡлы булмаған ҡоролмалар янынан ситтәрәк булырға тырышығыҙ. Автомобилдәрегеҙҙе ҡуйғанда ла өҫтөнә ағас-фәлән төшөү ихтималын күҙаллағыҙ.
Һауа температураһы көндөҙ 0, +5 градус, көньяҡ райондарҙа +5, +10 градус торасаҡ.
Читайте нас