Новости
2 Ноябрь 2019, 01:05

Йылы көндәр кире ҡайтамы?

Улар менән бергә ямғырҙар башланыр. Шуға ла автомобилистарға ла, йәйәүлеләргә лә юлдарҙа иғтибарҙы көсәйтеү кәрәк: тайғаҡ булыуы ихтимал.

Фото: s4.fotokto.ruФото: s4.fotokto.ru
Фото: s4.fotokto.ru

Киләһе аҙнала кире йылы көндәр килер тип көтөлә. Синоптиктар 10 градусҡаса йылытасаҡ тип фаразлай.

Ә кистәр әлегесә һалҡын буласаҡ. Дүшәмбе, мәҫәлән, -12 градус. Шулай ҙа һауа температураһы көн һайын әкренләп күтәрелер. 8 ноябргә +8-10 градусҡаса етер тип фаразлана.

Йылы көндәргә ямғырҙар ҡушылыр. Шуға ла автомобилистарға ла, йәйәүлеләргә лә юлдарҙа иғтибарҙы көсәйтеү кәрәк: тайғаҡ булыуы ихтимал.
Читайте нас