Бөгөн Рәсәй Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларында ла байрам тантаналары уҙа.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә лә төрлө саралар бара. Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, төрлө ведомство етәкселәре Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды. Артабан улар төп байрам тантанаһы уҙасаҡ "Башҡортостан" дәүләт концерт залына юлланды. Унда улар фойелағы бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышты.
Байрам концертын асып, республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Башҡортостан Башлығы Радий Хабировтың ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡотостан халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе Зөһрә Рәхмәтуллина тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Был байрам шул тиклем ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. "Башҡортостан" концерт залының тамаша залы халыҡ менән шығырым тулы булыуы, кешеләрҙең хатта аяғөҫтө тороп, ҙур ҡыҙыһыныу менән концертты күҙәтеүе ошо хаҡта һөйләй.
Байрам концертында республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан төрлө милләттәрҙең мәҙәниәтен сағылдырған ижад төркөмдәре, ансамблдәр сығыш яһаны.