Новости
5 Ноябрь 2019, 07:30

Көҙ йылыһы әле бөтмәгән

Бөгөн һәм артабанғы ике көндә һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Фото: ng72.ruФото: ng72.ru
Фото: ng72.ru

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала аяҙлы-болотло көн көтөлә.

Иртәнсәк юлдарҙа тайғаҡ, айырым райондарҙа көндөҙ ҙә шулай буласаҡ. Урыны менән ҡар яуыр, ҡайһы бер ерҙәрҙә – ямғыр ҡатыш.

Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән.

Һауа температураһы көндөҙ -1-ҙән +4-кә тиклем.

Артабанғы ике көндә тағы ла йылытыр. Мәҫәлән, кесаҙнала һауа температураһының +5-10 градусҡа етеүе көтөлә.
Читайте нас