Новости
7 Ноябрь 2019, 10:20

Ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ

Юлдарҙа – урыны менән боҙлауыҡ, ҡар һырынтыһы.

Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ямғыр, төньяҡ райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.
Юлдарҙа боҙлауыҡ. Көньяҡ-көнбайыштан иҫкән ел әкренләп төньяҡҡа күсә. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ 3-8 градус йылы, төньяҡ биләмәләрҙә 2 градусҡа тиклем һалҡын булыуы күҙаллана.
Иртәгә ҡар һәм ямғыр яуа, юлдарҙа – урыны менән боҙлауыҡ, ҡар һырынтыһы. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 3-8 градус һалҡын, көньяҡта 2 градусҡа тиклем йылы, көндөҙ 3 градус һалҡындан 2 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә.
Читайте нас