Новости
11 Ноябрь 2019, 07:00

Йәнгә сихәт тыуған моңдар

Һәм был “Musafir” этник музыка форумының юл башы ғына. Бөгөн “Өфө уттары”, “Music Hall” төнгө клубтары майҙаны ысын-ысынлап мөғжизәле мөхиткә сорналасаҡ: төрлө өлкә-ҡалаларҙан килгән этно-төркөмдәр тамашасыларҙы үҙ сығыштары менән ҡыуандырасаҡ. Был концерттарға, әйткәндәй, инеү бушлай.

Автор фотоһыАвтор фотоһы
Автор фотоһы
“Musafir” этник форумын асыу тантанаһы “Торатау” конгресс-холында үтте. "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы ойошторолған саранан Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ситтә ҡалманы, ул ҡунаҡтарға, тамашасыларға республика етәксеһе Радий Хәбировтың хатын уҡып ишеттерҙе.

Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры ысын шоу бүләк итте – һәр вәкиленең бирелеп китеп уйнауы, үҙе тыуҙырған моң тылсымында тирбәлеүе һоҡланырға мәжбүр итә.

Билдәле музыкант, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Роберт Юлдашев үҙе етәкләгән “Ҡурайсы” төркөмө менән был тылсымды арттырҙы ғына. “Guzal Dance” бейеү ансамбле ҡыҙҙарының һығылмалығына, сәхнәлә йөҙөп йөрөүенә хайран ҡалмаған кеше булмағандыр. Һәр сығышты көслө алҡыштарға күмде зал.

Читайте нас