Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 ноябрҙә әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0-дән 5 градусҡа тиклем, аяҙытҡанда 8-13 градус һалҡын, көндөҙ 1 градус һалҡындан 4 градусҡа тиклем йылы булыуы күҙаллана.
13 ноябрҙә ҡайһы бер биләмәләрҙә ҡарлы ямғыр яуа. Юлдарҙа – боҙлауыҡ, ҡар һырынтыһы. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0-дән 5 градусҡа тиклем, аяҙытҡанда 10 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ 0-дән 5 градусҡа тиклем йылы була.