Новости
15 Ноябрь 2019, 12:31

Юлдарҙа боҙлауыҡ

Башҡортостан гидрометеорология идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 15 ноябрҙә республикала урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы күҙаллана.

Фото: vkФото: vk
Фото: vk
Башҡортостан гидрометеорология идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 15 ноябрҙә республикала урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы күҙаллана. Юлдың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0-дән 5 градусҡа тиклем, аяҙытҡанда 11 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ 2 градус һалҡындан 3 градусҡа тиклем йылы.
16 ноябрҙә яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0-дән 5 градусҡа, аяҙытҡанда 11 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ 0-дән 5 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә.
Читайте нас