Был көндө Ишембай гүзәлдәре быны үҙ миҫалында татыны.
Иң матур байрамдарҙан һаналған Әсә көнө алдынан Ишембай ҡалаһының Мәҙәниәт һарайында “Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе бәхете” асыҡ академияһы (ойоштороусыһы һәм авторы – Каринэ Хәбирова) сиктәрендә район ҡатын-ҡыҙҙарының йылы осрашыуы үтте.
Был көндө бында төрлө йәштәге гүзәл заттар өсөн милли йолалар, сәләмәтлек һәм матурлыҡ, бәхетле ғаилә, әсәлек һәм башҡа темаларға арналған оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Психолог Ольга Денисенко, табип-педиатр Гөлнара Иҙрисова, “Алдынғы ата-әсәләр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ирина Банникова, табип-диетолог Зөлфиә Хәбибуллина ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге, үҫмерҙәр менән аралашыу, байрам табыны әҙерләү буйынса кәңәштәрен еткерҙе, прическа яһау, биҙәнеү серҙәренә өйрәтте. Шулай уҡ “Ғаилә мөнәсәбәттәре мөхитендәге енәйәттәрҙе иҫкәртеү” тип аталған етди темаға “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү ҙә фәһемле булды.
Сара барышында халыҡты республика табиптары – терапевт, окулист, гинеколог, кардиолог, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы, маммолог, онколог ҡабул итте, теләге булғандар киҙеүгә ҡаршы бушлай прививка яһатты.
Гүзәл зат вәкилдәрен ошо йәкшәмбелә билдәләнәсәк матур байрам – Әсә көнө айҡанлы республика Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Байрамдың махсус саҡырылған ҡунағы - “Тауыш” проектында ҡатнашҡан билдәле йырсы Мәрйәм Мерабова һоҡланғыс йырҙарын бүләк итте.
Ишембай гүзәлдәре был саранан бәхет өсөн артыҡ күп тә кәрәк булмауын, уны һәр мәлдә тоя белеү кәрәклеген аңлап, йылы, ихлас аралашыуҙан йәм табып таралышты.