Новости
6 Декабрь 2019, 07:54

Ун көнлөктә арзан хаҡҡа яҙылығыҙ!

2 декабрҙән 12-һенә тиклем Рәсәй почтаһы 2020 йылдың тәүге яртыһына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан итте. "Башҡортостан" гәзитенә яҙылып, квитанцияның күсермәһен редакцияға ебәрһәгеҙ, "Аҙна һайын – бүләк" акцияһында ҡатнашып, бүләк ота алаһығыҙ. Иң ҙур бүләк – "Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына юллама йыл аҙағында уйнатыласаҡ. Ашығығыҙ, дуҫтар!

Акцияла ҡатнашыу өсөн бары гәзиткә яҙылып,квитанция күсермәһен һәм телефон һандарын күрһәтеп, беҙгә почта аша йәки ватсап буйынса (89177901571), электрон адресҡа (bashgazet@mail.ru) ебәрергә кәрәк.

Ун көнлөктә хаҡтар түбәндәгесә:

П2729 индексы (аҙнаһына ике тапҡыр сыға) – 1328 һум 34 тин;

П3030 индексы ( йома һаны ) – 683 һум 64 тин.

Гәзиткә редакциянан килеп алыу юлы менән дә яҙылырға мөмкин: П2729 индексы (аҙнаһына ике тапҡыр сыға ) – 756 һум, П3030 индексы (йома һаны) – 396 һум.

Электрон подписка – 834 һум (rbsmi.ru сайтына инеп йә редакция аша яҙылырға мөмкин).

Шулай уҡ гәзиткә https://podpiska.pochta.ru һылтанмаһы аша инеп, еңел генә яҙылып була. Гәзит почта аша киләсәк.

Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!!

Белешмәләр өсөн телефон: 273-83-93, 272-62-61, 89177901571.

Ашығығыҙ, дуҫтар! Һеҙҙе почта бүлексәләрендә көтәләр!
Читайте нас