2020 йылдың тәүге яртыһына гәзитебеҙгә яҙылған дуҫтарыбыҙ араһында үткәрелгән акцияға йомғаҡ яһалды. Төп бүләк – “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына юллама – Сибай ҡалаһынан Эльмира Хәбибулла ҡыҙы Юламановаға эләкте.
Матбуғатҡа яҙылыу осоронда тоғро дуҫтарыбыҙҙы дәртләндереү өсөн “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһы иғлан ителгәйне. Унда ҡатнашырға теләгән гәзиткә яҙылған кешеләрҙән бихисап квитанция килде. Шулай итеп, һәр аҙнаның еңеүселәрен асыҡлай барҙыҡ.
Гәзиткә яҙылыу тамамланғас, төп призды уйнатыр мәл етте. Йомғаҡ яһау өсөн редакция журналистарынан комиссия төҙөлдө. Кескәй дуҫыбыҙ Наҙгөл Ғәбитова иң даланлыны асыҡларға ярҙамлашты. Шулай итеп, алда әйтелгәнсә, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына юллама үҙ хужаһын тапты – төп призды Эльмира Юламанова отто. Гәзитебеҙҙең дуҫтары киләсәктә лә акцияларҙа, конкурстарҙа ихлас ҡатнашыр тип өмөтләнәбеҙ.
“Башҡортостан” гәзитенә яҙылғандарҙың һәммәһенә лә ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. Ғаилә килеменең бер өлөшөн нәҡ беҙҙең гәзиткә тотоноуығыҙ беҙҙе лә яҡшыраҡ эшләргә, баҫмабыҙҙағы мәғлүмәт даирәһен киңәйтеү һәм тәрәнәйтеү өсөн тырышырға дәртләндерә.
Матбуғатҡа яҙылыу барышында уйнатылған отошта еңгән башҡаларҙы ла бүләктәрен килеп алырға саҡырабыҙ:
Ғафури районының Сәйетбаба ауылы;
Миҙхәт Наримов, Ауырғазы районының
Миәкә районының Нарыҫтау ауылы;
Ишембай районының Биксән ауылы;
Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылы;