Новости
2 Февраль 2020, 10:05

Февраль холҡон күрһәтерме?

Алдағы көндәрҙә һауа торошонда ниҙәр күҙаллана? Синоптиктар фаразын тыңлайыҡ.

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә йылы һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итәләр гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглау буйынса республика идаралығынан.

Бөгөн, 2 февралдә, һауа температураһы көндөҙ -3,-8, урыны менән ҡар яуыуы ихтимал. Дөйөм алғанда, ҡыштың һуңғы айы республикала йылы буласаҡ, ти синоптиктар.

Киләһе аҙнаның тәүге яртыһында ҡар, епшек ҡар, урыны менән буран сығыуы күҙаллана. Юлдарҙа хәүефле: бысраҡ, тайғаҡ. Һаҡ, иғтибарлы булайыҡ!

Фото: avatars.mds.yandex.net
Читайте нас