

Иртәгә, 10 февралдә, елдең көсәйеп, урыны менән секундына 18 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә, тип хәбәр итәләр Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан бындай саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ныҡлы иғтибар биреү мөһимлеген иҫкәртәләр.
“Көслө ел мәлендә биналарҙан сығыуҙы сикләргә кәрәк. Урамда ошондай хәлгә осраһағыҙ, юл аҫты үткәүелдәрендә, подъездарҙа ышыҡ табығыҙ. Көслө елдән йорт стенаһы эргәһендә йәшеренергә ярамай: ҡыйыҡтан япма материалдарҙың төшөүе ихтимал. Был шулай уҡ йәмәғәт транспорты туҡталыштарына, реклама эленгән урындарға, ағастарға, төҙөлөп бөтмәгән биналарға ҡағыла. Өҫтәүенә көслө ел мәлендә электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу, өҙөлгән электр сымдары янына килеү үтә хәүефле – үлемесле тамамланыуы ихтимал”, – тип иҫкәртәләр ведомствонан.
Һаҡ булайыҡ!
Фото: stihi.ru