Новости
16 Февраль 2020, 08:45

Ҡыш ҡышлығын итер, тиһәләр ҙә...

Синоптиктар фаразлауынса, алдағы көндәрҙә һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн көндөҙ республикала ҡар яуасаҡ, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел ваҡыты менән үҙгәреүсән, көслө түгел. Көндөҙ -4, -9 градус, урыны менән - 0.
Башҡортостанда алдағы өс көндә йылытасаҡ. Дүшәмбе, 17 февралдә, бер аҙ аҡ ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, уртаса. Термометр бағаналары төндә -16, -21 градусты күрһәтәсәк, урыны менән -8, -13, көндөҙ -3, -8 булыр тип күҙаллана.
Шишәмбе, 18 февралдә, көндөҙ епшек ҡар яуасаҡ, урыны менән хатта ямғыр менән бергә. Электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар һырынтылары ятасаҡ. Был көндә боҙлауыҡ булыр тип фаразлана - юлдарҙа һаҡ булайыҡ!
Ел көньяҡ-көнбайыштан, уртаса, ҡайһы бер урындарҙа көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы -5, -10, көндөҙ +1, -4 градус буласаҡ.
Фото: 1obl.ru.
Читайте нас