Бөгөн халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан төрлө телдәрҙә диктант яҙҙылар. Ҡәләм тотоусылар араһында юғары уҡыу йорттары студенттанынан башҡа дәүләт, йәмәғәт, сәнғәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре лә етерлек ине.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының дүрт аудиторияһы ла шығырым тулы – барыһы ла туған телдәрендә диктант яҙырға килгән. Байрам икәнен онотмағандар – ҡайһы берәүҙәр милли кейемдә.
Сәғит Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәре буйынса диктантты башҡорт, рус, татар һәм мари телдәрендә яҙҙылар. Сара Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнап үткәрелде.
Төп эш башланыр алдынан диктант яҙыуҙа ҡатнашыусыларҙың бер-икәүһе менән әңгәмәләшергә насип булды. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин да бар ине. “Күҙ ҙә һәйбәтләп күрмәй, ҡул да етеҙ йөрөмәй, әммә туған телемә хөрмәт, һөйөү йөҙөнән рәхәтләнеп диктант яҙырға килдем”, – тине ул.
Ҡашмау, түшелдеректәре менән иғтибарҙы әллә ҡайҙан йәлеп итеп ултырған апай Өфө ҡалаһының 107-се лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Рәмзиә Яҡшыбаева булып сыҡты. “Үҙ халҡымдың илһөйәремен, ошондай сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышам. Лицейҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен балалар ярата, мине мәктәп ҡапҡаһынан уҡ ҡосаҡлап ҡаршылай. Халыҡ-ара туған телдәр көнөн йыл да билдәләйбеҙ, уҡыусылар, ата-әсәләр, мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән башҡорт телендә диктанттар яҙабыҙ. Ата-әсәләр араһында башҡорт телен уҡытыуҙы һайлап ғариза яҙыу буйынса аңлатыу эштәре алып барабыҙ”, – тине ул.
Педагогия университетында аспирантурала белем алған Дурсун Үнүвар төрөк милләтенән. Ул да башҡорт телендә диктант яҙырға килгән. “Кириллица хәрефтәре менән яҙыуы ғына ҡыйын, ә башҡорт теле аңлашыла, еңел ҡабул ителә”, – тип үҙ кисерештәре менән уртаҡлашты ул.
Сараның тантаналы өлөшөндә БДПУ ректоры Салауат Сәғитов байрам менән тәбрикләп, Салауат Әбүзәрҙең шиғырын уҡыһа, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина үҙенең ижад емеше менән бүлеште. Шулай уҡ мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова трибунанан изге теләктәрен еткерҙе.
Диктантты Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны.
Бөйөк башҡорт яугирҙәре Миңлеғәле Шайморатов, Таһир Күсимов хаҡында бәйән иткән әҫәр өҙөгөн рус, татар, мари телдәренә лә тәржемә иткәндәр. Башҡа аудиторияларҙа ла диктант яҙыу мәленә генә хас көсөргәнешле тынлыҡ хөкөм һөрҙө.
Диктант яҙылып бөткәндән һуң да йыйылған халыҡ ҡайтырға ашыҡманы. Университет бинаһында ысын байрам мөхите хөкөм һөрҙө – туған телдәренә хөрмәт күрһәтеп был сараға килгән һәр кем бөгөнгө көндөң әһәмиәтен арттырҙы.