Новости
28 Февраль 2020, 10:35

Радий Хәбиров ете проблеманы билдәләне

Былтыр прокурор сара күргәндән һуң, 26 меңгә яҡын хеҙмәткәргә эш хаҡы буйынса бурыс түләнгән.

Бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан прокуратураһы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Ул 2019 йылғы эш йомғаҡтарына һәм законлылыҡты, хоҡуҡ тәртибен нығытыу буйынса бурыстарға арналды.
Коллегия ултырышына Рәсәйҙең Генераль прокуроры урынбаҫары Сергей Зайцев, Башҡортостан прокуроры Владимир Ведерников, төбәктәге хоҡуҡ һаҡлау органдары, көс структуралары етәкселәре килгәйне.
Төбәк етәксеһе ултырышта сығыш яһап, борсолоу тыуҙырған ете проблеманы күтәрҙе. Улар – эш хаҡы буйынса бурыс, өлөшсөләр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә закон боҙоу осраҡтары, бюджет аҡсаһын урлау, милли проекттар, бизнесты нигеҙһеҙ тикшереү, экстремизм һәм террорсылыҡ күренештәре.
Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә прокуратура органдары ғәйәт ҙур ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, былтыр прокурор сара күргәндән һуң, 26 меңгә яҡын хеҙмәткәргә эш хаҡы буйынса бурыс түләнгән, намыҫһыҙ төҙөүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса ете эш судҡа ебәрелгән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта финансҡа бәйле закон боҙоу буйынса 26 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Сығышын тамамлап, Радий Хәбиров ведомство хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы эше өсөн рәхмәт әйтте һәм артабан да уңыштар теләне.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас