Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан, алдағы өс көндә һауа торошонда үҙгәрештәр булыуы ихтимал, тип иҫкәртәләр.
Атап әйткәндә, бөгөн, 7 мартта, елдең көсәйеүе көтөлә, уның тиҙлеге секундына 15-20 метрға етәсәк. Был инде буран сығыуын аңлата.
Һауа температураһы уртаса +2,-3° самаһы булһа, урыны менән 6 градусҡаса йылытыуы ихтимал.
Иртәгә, 8 мартта, бер аҙ ҡар менән бергә ваҡ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Төндә -2,-7°, аяҙытҡанда 12 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 0°,+5° градус буласаҡ.
9 мартта һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Әммә төнөн 1 - 6 градус һалҡын, көндөҙ 1 - 6 градус йылы булыуы көтөлә.