Новости
14 Март 2020, 10:25

ИҒТИБАР: ЯҢЫ КОНКУРС!

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы үҙ төркөмөнөң ҡатнашыусылары араһында үҙенсәлекле бүләктәр – милли биҙәкле футболка, колье һәм алҡа уйната. Бүләккә эйә булыу өсөн ни эшләргәме?

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы үҙ төркөмөнөң ҡатнашыусылары араһында “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә “Республика” тип аталған һатыу үҙәге асҡан рухлы башҡорт эшҡыуарҙары Гөлгөнә һәм Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтар әҙерләгән үҙенсәлекле бүләктәр – милли биҙәкле футболка, колье һәм алҡа уйната.

Бүләккә эйә булыу өсөн ни эшләргәме? Бары тик:

1. https://vk.com/gazetabashkortostan төркөмөндә торорға;
2. ошо яҙмаға “лайыҡ” ҡуйып, үҙегеҙҙең диуарға репост яһарға һәм уны конкурс аҙағына тиклем беркетергә кәрәк.
Тағы ла бер шарт: конкурста ҡатнашыусы һәр кемдең диуарындағы яҙмаға кәм тигәндә өс дуҫы репост яһарға тейеш.

Конкурсҡа йомғаҡ 22 мартта (йәкшәмбе кисендә) махсус программа ярҙамында осраҡлы һайлап алыу юлы менән яһаласаҡ. Был бүләктәр даланлы, өлөшлө бер дуҫыбыҙға тапшырыласаҡ.

Әйҙәгеҙ, хәйерле сәғәттә башланыҡ!
Читайте нас