Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Новости
21 Май 2020, 17:05
“Алға” ярҙамында иҫәпләшеү – иң отошло һәм хәүефһеҙ алым
Бөтә республика буйынса автобустар, троллейбустар, трамвайҙарҙа, шулай уҡ шәхси предприятиеларҙың маршрут таксиҙарында “Алға” менән иҫәпләшергә мөмкин. Ентеклерәк мәғлүмәтте algacard.ru сайтында йәки 8 (917) 347-88-00 телефоны аша алырға була.
“Алға” транспорт картаһын файҙаланыу хәҙер тағы ла уңайлыраҡ. Республикала уны тулыландырыу селтәре ярайһы уҡ киңәйҙе.
Башҡортостандағы Qiwi селтәренең 2577 түләү терминалында (шуларҙың 851-е – Өфөлә) картаны ҡулаҡса менән комиссияһыҙ тулыландырыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн терминалдағы “Транспорт карталары” менюһында “Алға”ны һайларға, уның номерын яҙып, ҡулаҡсаны һалырға кәрәк. Әйткәндәй, картаға аҡса реаль ваҡыт режимында күсә. Терминал аша картаны тулыландырыу иң хәүефһеҙ алым булып тора.
“Алға”ға аҡсаны интернет аша ла һалыу бик уңайлы. Хәҙер бындай хеҙмәт Qiwi.com сайтында ла бар. Унда ла комиссия түләтелмәй. Банк карталарынан Qiwi янсығына аҡса операторҙың тарифына ярашлы күсерелә.
Транспортта юл хаҡын “Алға” ярҙамында түләү - иң отошло һәм хәүефһеҙ ысул. Бөтә республика буйынса автобустар, троллейбустар, трамвайҙарҙа, шулай уҡ шәхси предприятиеларҙың маршрут таксиҙарында “Алға” менән иҫәпләшергә мөмкин.
Ентеклерәк мәғлүмәтте
algacard.ru
сайтында йәки 8 (917) 347-88-00 телефоны аша алырға була.
Әле Башҡортостанда 302223 “Алға” берҙәм транспорт картаһы һатылған.
Фото: pbs.twimg.com
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"