Новости
25 Май 2020, 19:28

Яҙ беҙҙең менән нисек хушлашмаҡсы?

"Башгидрометүҙәк" синоптиктары хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә...

"Башгидрометүҙәк" синоптиктары хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә 30 градусҡа тиклем йылы буласаҡ, өҫтәүенә ҡойма ямғыр һәм йәшен бер-береһен алыштырып торасаҡ.
Иртәгә, 26 майҙа, ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы +29 градусҡа етәсәк. Төндә иһә ҡыҫҡа ямғырҙар көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан көнсығышта күсеүсән, талғын.
27 майҙа шулай уҡ ҡыҫҡа ямғырҙар һәм йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө дауыл сығыуы ла ихтимал. Төндә 9-14 градус йылы булһа, көндөҙ +31 градусҡа тиклем эҫетәсәк.
28 майҙа һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Шулай уҡ ул ямғырлы-йәшенле буласаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан көнбайышҡа табан иҫә, урыны менән дауыл сығыуы ла ихтимал. Төндә температура 12-17 градус йылы булһа, көньяҡ райондарҙа ул +31 градусҡа тиклем күтәреләсәк.
Фото: zen.yandex.ru

Читайте нас