Новости
9 Июнь 2020, 10:45

Аҙна аҙағына хәл үҙгәрәсәк

Быйыл ауыл эшсәндәре бесәнгә ғәҙәттәгенән ике аҙна самаһы иртәрәк төштө.

Республиканың күпселек хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүгә тотондо. Быйыл ауыл эшсәндәре бесәнгә ғәҙәттәгенән ике аҙна самаһы иртәрәк төштө. Бөгөнгә күп йыллыҡ үләндәрҙең 16 мең гектары сабылған да инде. Был дөйөм күләмдең дүрт процентын ғына тәшкил итһә лә, аҙна аҙағына был күрһәткес үҙгәрәсәк.
Саҡмағош, Илеш, Дүртөйлө һәм Ауырғазы райондарында бер мең гектарҙан күберәк ерҙә бесән сабылған. Әле республикала ике мең тонна бесән әҙерләнгән. Иң күбе Мәләүез районында – 400 тонна. Шулай уҡ сенаж әҙерләү ҙә йылдам тиҙлектә бара. Мәҫәлән, Ауырғазы районында 28 мең тонна сенаж һалынған.
Балтас районындағы Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Фәрит Сафин: "400 гектар майҙанда күп йыллыҡ үләндәр сәстек. Был баҫыуҙы ике тапҡыр сабып алабыҙ. Дүрт мең тонна сенаж әҙерләп ҡуябыҙ. Әлеге мәлдә 800 баш малыбыҙ бар. Шуларҙың яртыһы - һауын һыйыры. Һөттөң сифаты һәм күләме туранан-тура ашатыуға бәйле, шуға йылы көндәрҙә һәр минутты файҙаланып эшләп ҡалырға иҫәп", - ти.
Читайте нас