Хәтер һәм ҡайғы көнөнә ҡарата “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе “Башҡортостан” Дәүләт концерт залы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардия”һы, Башҡортостандың милли симфония оркестры менән берлектә “Хәтер шәме” тип аталған акция ойоштора. Сара 21-нән 22-нсе июндең төнөндә уҙасаҡ.
Быйыл Хәтер һәм ҡайғы көнө 79-сы тапҡыр үтә. Тап ошо көндө 1941 йылдың йәйендә беҙҙең ил тарихындағы иң ҡурҡыныс, миллионлаған кешенең ғүмерен ҡыйған үлемесле һуғыш башлана.
Был көндө бөтөн ил буйынса хәтер саралары үҙасаҡ, дәүләт флагтары төшөрөләсәк, баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә, бөтөн ҡала һәм ауылдарҙа Билдәһеҙ һалдат һәйкәлдәренә, Мәңгелек уттарға, обелисктарға сәскәләр һалынасаҡ.
Акцияны ойоштороусылар тап ошо төндә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда үҙенсәлекле сара үткәрә. Сарала ҡатнашыусылар һуғышта башын һалған яугирҙәр иҫтәлегенә, Еңеү менән ҡайтҡан һалдаттар хөрмәтенә тиҫтәләгән шәм яндырасаҡ. Сара шулай уҡ меңәрләгән хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың исемен тергеҙеүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Сара 24.00 сәғәттә башлана.