Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Әммә күңелдәребеҙҙә бөгөнгө тыныс тормошобоҙ, аяҙ күгебеҙ өсөн ғүмерен аямаған ҡаһармандарға рәхмәт хистәребеҙ сикһеҙ һәм мәңгелек. Беҙҙең бурысыбыҙ иһә ошо батырҙарҙы һәм был Бөйөк Еңеүҙең ҡиммәтен онотмау.
Бөгөн Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин Бөйөк Ватан һуғышын ветераны, Үгеҙ ауылында йәшәгән Әсәҙулла Ризван улы Ризвановтың хәлен барып белде. Уның йорто алдында ветеран өсөн парад ойошторолдо.
Әсәҙулла Ризван улы 1942 йылдың 13 июлендә хәрби юлын 107-се уҡсылар полкында өлкән звукометрист булып башлаған. 1943 йылда яраланғандан һуң 790-сы айырым разведкалау армия дивизионына ебәрелгән. Уның составында Ленинградты илбаҫарҙарҙан ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡан.
1943 йылдың 23 мартында алыш ваҡытында дошман снаряды блиндажға эләгеп, 30 яугир зыян күргән. Яҡташыбыҙ ҙа контузия алған. Аңына килгәс, Әсәҙулла Ризванов тауыш посын тергеҙергә тотонған. Ошо батырлығы һәм рух ныҡлығы өсөн ул “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған.
Һуғыштан һуң Әсәҙулла Ризван улы Түбәнге Новгород ҡалаһында бухгалтерлыҡҡа уҡып сыҡҡан. 1947 йылда тыуған яғына – Кушнаренко районының Үгеҙ ауылына – ҡайтып, финанс инспекторы булып эшләгән. Уның һигеҙ балаһы, 15 ейән-ейәнсәре, 20 бүлә-бүләсәре бар.
Йәше оло булыуға ҡарамаҫтан, ветеран һәр йыл район үҙәге Кушнаренко ауылына килә һәм Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сараларҙа бик ихлас ҡатнаша. Тик бына быйыл, коронавирус пандемияһы сәбәпле, байрам саралары кисектерелде.
Ә бөгөн Әсәҙулла Ризван улы өсөн шәхсән парад ойошторолдо. Данлы ветерандың йорто алдынан Афғанстандағы, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандар хәрби музыка аҫтында Еңеү Байрағын күтәреп уҙҙы.
Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин Әсәҙулла Ризван улын ҡотланы һәм илебеҙҙең фашист Германияһын еңеүгә лайыҡлы өлөш индергән өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул ветеранға “Еңеү ирекмәндәре” проектының “Еңеү йөҙҙәре” тигән китабының бишенсе баҫмаһын тапшырҙы. Унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 182 фронтта ҡатнашҡан кешенең батырлыҡтары, дәүләт наградалары хаҡында бай мәғлүмәт бар, уларҙың фотоһүрәттәре лә бирелгән. Китапта Кушнаренко районынан Әсәҙулла Ризван улы хаҡында ла яҙылған.
Район хакимиәте башлығы ветеранға шулай уҡ кеҫә телефонын һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһынан бушлай мобиль бәйләнешкә сертификат тапшырҙы.
Фотолар: Кушнаренко районы хакимиәте.