Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июль 2020, 15:10

Киләһе аҙна ниндәй буласаҡ?

Синоптиктар хәбәр итеүенсә...

Иртәгә урыны менән ямғыр яуа һәм бер аҙ һалҡынайта, тип хәбәр итә синоптиктар. Әммә шишәмбе аяҙыта. Өфөлә һауа температураһы +28 градус буласаҡ.
Шаршамбы, кесе йома һәм йома көндәрҙең болотһоҙ тороуы күҙаллана. Һөҙөмтәлә республиканың үҙәк райондарында хатта 30 градуслыҡ эҫе көндәр көтөлә. Ә киләһе шәмбе, йәкшәмбе иһә ямғырһыҙ йәшендәр һәм 29 градус йылылыҡ күҙаллана.
Киләһе аҙна, шулай итеп, быйылғы йәйҙең иң эҫе аҙнаһы булмаҡсы. Бер уйлаһаң, 30 градус эҫелек - көндәр беҙҙең төбәк өсөн ғәҙәти хәл. Метеокүҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, йәйҙең икенсе айы, ғәҙәттә, йылдың иң йылы мәле булыусан.
Фото: vfl.ru
Читайте нас в