Иртәгә, 12 июлдә, эҫе әҙерәк кәмей төшә, тип хәбәр итә синоптиктар. Һауа температураһының көндөҙ 26 - 31, төндә 12-17 градус йылы булыуы күҙаллана.
Республиканың көньяғында төндә +22 градус, шулай уҡ көндөҙ ҙә эҫе - һауа температураһының +36 градусҡаса күтәрелеүе көтөлә.
10 июлдә Өфөлә иң эҫе көн булды - Өфө - Дим метеостанцияһы иң юғары һауа температураһын билдәләгән: термометр бағанаһы 35 градусҡаса еткән.
Шуны онотмайыҡ: көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле, республикала янғынға ҡаршы махсус тәртип индерелгән.