Республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәре халҡы оҙаҡ көттөрөп яуған ямғырҙарға ҡыуанысын йәшермәй. Ысынлап та, бик һағындырып, зарыҡтырып башланды был ямғырҙар.
Ошондай һауа торошо алдағы ял көндәрендә дә дауам итәсәк әле. Көндөҙгө һауа температураһы +20..+22 градус, төндәгеһе +11...+13 градустан артмаясаҡ. Шишәмбе, шаршамбынан бер аҙ йылытып, көндөҙ термометр күрһәткесе +25...+27 градусҡаса күтәреләсәк, тип күҙаллана. Аҙна уртаһынан республика биләмәләрендә аяҙлы-болотло көндәр урынлашып, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар дауам итәсәк.