Новости
28 Июль 2020, 17:55

Бөрөлә нарколаборатория ойоштороусылар тотолған

“Химик-лаборанттар"ҙың икеһе лә ҡулға алынған, улар кәм тигәндә һигеҙ йылға иркенән мәхрүм ителәсәк.

Бөрө ҡалаһында йәшәүсе 34 һәм 26 йәшлек ир-егеттәр Өфөгә наркотиктар һатырға китеп барғанда хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан тотола. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙан 15 ҡап мефедрон исемле матдә тартып ала.
Ике дуҫ бер нисә ай эсендә наркотиктар әҙерләү буйынса лабораторияның эшен киң йәйелдереп ебәрә. Наркотикты бары тик Өфөлә генә таратыуға сығаралар.
Бөрө ҡалаһындағы ике ҡатлы йорттарҙың подвалының береһендә лаборатория ойошторола. Тиҙ арала наркотиктарҙы етештереү һәм уларҙы һатыу буйынса эш әүҙемләшә. Дөйөм алғанда, уларҙан 190 грамм иҫерткес матдәләр тартып алына, - тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан.
“Химик-лаборанттар"ҙың икеһе лә ҡулға алынған, уларға һигеҙ йылға иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.
Фото Башҡортостан Эске эштәр министрлығы сайтынан алынды.
Читайте нас