Новости
30 Июль 2020, 07:23

Алдан яҙылыу бара

Рәсәй Почтаһы клиенттары 2021 йылдың тәүге яртыһына әлеге ярты йыллыҡ хаҡы буйынса баҫма матбуғатты алдырыу мөмкинлегенә эйә. Гәзит-журналдарға алдан яҙылыу кампанияһы 1 июлдә башланды һәм 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Был осорҙа podpiska.pochta.ru сайтында һәм Рәсәй Почтаһының мобиль ҡушымтаһы аша яҙылырға була. Сервис навигациялары гәзит, журналды атамаһы, индексы, темаһы, алфавит, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса табырға ярҙам итә, яҙылыу иһә бер нисә минут ваҡытты ала.Ә инде “Башҡортостан” гәзитенә интернет аша түбәндәге һылтанмалар аша еңел яҙылырға була: podpiska.pochta.ru/press/П2729 (аҙнаһына ике тапҡыр), podpiska.pochta.ru/press/П3030 (йома һаны).

Рәсәй Почтаһы клиенттары 2021 йылдың тәүге яртыһына әлеге ярты йыллыҡ хаҡы буйынса баҫма матбуғатты алдырыу мөмкинлегенә эйә. Гәзит-журналдарға алдан яҙылыу кампанияһы 1 июлдә башланды һәм 31 авгусҡа тиклем дауам итә.


Был осорҙа podpiska.pochta.ru сайтында һәм Рәсәй Почтаһының мобиль ҡушымтаһы аша яҙылырға була. Сервис навигациялары гәзит, журналды атамаһы, индексы, темаһы, алфавит, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса табырға ярҙам итә, яҙылыу иһә бер нисә минут ваҡытты ала.


Ә инде “Башҡортостан” гәзитенә интернет аша түбәндәге һылтанмалар аша еңел яҙылырға була: podpiska.pochta.ru/press/П2729 (аҙнаһына ике тапҡыр), podpiska.pochta.ru/press/П3030 (йома һаны).


Баҫма киң мәғлүмәт сараһын шулай уҡ барлыҡ почта бүлексәләрендә ҡағыҙ каталог буйынса һәм хат ташыусы аша өйҙә алдыртырға мөмкин.


Мәктәп-интернаттарҙа, балалар йорттарында тәрбиәләнгәндәргә, ветерандарға йәки өлкән йәштәге күршеләрегеҙгә, ҡарттар йорттарындағы инвалидтарға йәки мохтажлыҡ кисергән башҡа кешеләргә хәйриә ярҙамы күрһәтеп, матбуғат баҫмаларына яҙҙыртырға мөмкин. Бының өсөн почта бүлексәләрендә йәки “Изгелек ағасы” (podpiska.pochta.ru/derevo-dobra/region) һәм “Күршеңде яҙҙырт” (podpiska.pochta.ru/col­lection/sosed) акциялары сәхифәләрендә тәғәйен төбәкте, социаль учреждениены һайларға йәки матбуғат баҫмаһын алырға тейешле кешенең почта адресын күрһәтергә кәрәк.


Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!


Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы Тамара апай Сәй­фуллина редакцияға килеп, үҙенең яратҡан гәзите “Башҡортостан”ға яҙылды һәм бүләк отто.


– Мәктәп йылдарынан республикабыҙҙың төп баҫмаһы менән дуҫмын. Әле лә гәзит алдырмаһам, күңел китек. “Башҡортостан” – халҡыбыҙҙың йөрәк тибеше, һәр һүҙе йөрәккә ятып тора, – ти хеҙмәт ветераны.
Читайте нас