“Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар даими рәүештә бүләктәр ота. Ошо көндәрҙә Күгәрсен районының Йомағужа ауылындағы участка дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән Рәзидә Киленбаеваға шундай бәхет йылмайҙы.
Рәзидә Зәкир ҡыҙы республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы һаналған “Башҡортостан” гәзитен 20 йыл тирәһе алдыра. Уға айырыуса, һаулыҡ һаҡлау темаһы, табиптар, һөнәрмәндәр тураһындағы яҙмалар оҡшай.
– Гәзит-журналға яҙылған, китап уҡыған кеше ҙур маҡсат менән йәшәй, ул бүтәндәрҙе һәр саҡ яҡшылыҡҡа өндәй, изгелеккә саҡыра, – ти шәфҡәт туташы.
Тағы ла бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
Рәсәй Почтаһы клиенттары 2021 йылдың тәүге яртыһына әлеге ярты йыллыҡ хаҡы буйынса баҫма матбуғатты алдырыу мөмкинлегенә эйә. Гәзит-журналдарға алдан яҙылыу кампанияһы 1 июлдә башланды һәм 31 авгусҡа тиклем дауам итә.
Был осорҙа podpiska.pochta.ru сайтында һәм Рәсәй Почтаһының мобиль ҡушымтаһы аша яҙылырға була.
Ә инде “Башҡортостан” гәзитенә интернет аша түбәндәге һылтанмалар аша еңел яҙылырға була: podpiska.pochta.ru/press/П2729 (аҙнаһына ике тапҡыр), podpiska.pochta.ru/press/П3030 (йома һаны).
Баҫма киң мәғлүмәт сараһын шулай уҡ барлыҡ почта бүлексәләрендә ҡағыҙ каталог буйынса һәм хат ташыусы аша өйҙә алдыртырға мөмкин.
Мәктәп-интернаттарҙа, балалар йорттарында тәрбиәләнгәндәргә, ветерандарға йәки өлкән йәштәге күршеләрегеҙгә, ҡарттар йорттарындағы инвалидтарға йәки мохтажлыҡ кисергән башҡа кешеләргә хәйриә ярҙамы күрһәтеп, матбуғат баҫмаларына яҙҙыртырға мөмкин. Бының өсөн почта бүлексәләрендә йәки “Изгелек ағасы” (podpiska.pochta.ru/derevo-dobra/region) һәм “Күршеңде яҙҙырт” (podpiska.pochta.ru/collection/sosed) акциялары сәхифәләрендә тәғәйен төбәкте, социаль учреждениены һайларға йәки матбуғат баҫмаһын алырға тейешле кешенең почта адресын күрһәтергә кәрәк.